Милли кейем көнө – ата-баба¬ларҙан ҡалған рухи мираҫҡа, халыҡтарҙың тарихына тағы бер ентекләберәк күҙ һалыу өсөн матур сәбәп тә. Ошо көндә ойошто¬ролған ҡыҙыҡлы, күркәм саралар аша үҫеп килгән быуын да халыҡ мәҙәниәтенең иф¬рат ҡәҙерле, баһалы, аҫыл төшөнсә икә¬ненә төшөнә, унда тарихи үткәндәргә ҡа¬рата ҡыҙыҡһыныу көсәйә.
Милли кейем көнөн билдәләү – ул Башҡортостандағы күп төрлө милләт ха¬лыҡтары араһында берҙәмлекте арттырыуға, татыулыҡ ептәрен нығытыуға бәйле ҙур, мөһим эштәрҙең бер өлөшө лә.
Милли кейем – халҡыбыҙҙың ҡәҙер¬ле ҡомартҡыһы, уның эске булмышы¬ның, күңел донъяһының, көнкүрешенең сағылышы. Борондан милли кейем нәҫел¬дән-нәҫелгә күскән оло байлыҡ, ҡәҙерле ҡомартҡы. Улар әле лә үҙҙәренең матур¬лығы, сағыулығы менән күҙҙең яуын алып тора.#Ҡоролтай#ВсемирныйКурултайБашкир#Курултай#деньнациональногокостюма#учусьвнациональномкостюме#милликейемдәуҡыйбыҡ#МиллиКейемКөнө2025#ДеньНациональногоКостюма2025#МиллиКейемКөнө2025Кироврайоны#ДеньНациональногоКостюма2025Кировскийрайон




