Милли кейем.
Милли кейем – ул халҡымдың
Сағылышы, йөҙө.
Оҫта ҡулы, көс-ҡеүәте,
Сәсәнлеге, һүҙе.
Ҡыҙҙарының гүзәллеге,
Ир-атының сәме.
Ағинәйҙәр аҡылы ла,
Аҡһаҡалдар ғәме.
Милли кейем – ул халҡымдың
Ҡабатланмаҫ йәме.
Бал-ҡорото, сәксәгенең,
Ҡымыҙының тәме.
Меңдәр янында танытҡан
Рух осошо, йәне.
Һаҡла, халҡым, үҙ йөҙөңдө,
Һис таплама, йәме!..(А.Мортаева)
#учусьвнациональномкостюме, #милликейемдәуҡыйбыҙ, #МиллиКейемКөнө2024, #ДеньНациональногоКостюма2024
0








