#МойРоднойязык2024#МинеңТуғантелемТелем2024#ДеньРодногоЯзыка2024#ТуғанТелКөнө2024
21 февраль – һәр халыҡтың үҙ телен ҙурлау көнө. Тел – халыҡтың матди һәм рухи байлығына асҡыс, тарихи үткән менән киләсәкте бәйләр күпер. «Теле барҙың – иле бар» ти был турала башҡорт халыҡ мәҡәле. Халыҡтың халыҡ булып ҡалыуы, йәшәүе тел яҙмышы менән бәйле. Шуға күрә телде һаҡлау, киләсәк быуынға еткереү бурысы һәр кемдең иңенә берҙәй тигеҙ һалынған.
Бөгөн беҙҙең лицейҙа башҡорт теле дәрестәрендә үткәрелгән «Туған телемде өйрәнәм» викторинаһын да тап ошо оло байрамға арнаныҡ. Уҡыусылар айырыуса бер сәм менән был бәйгелә ҡатнаштылар.
Шулай уҡ «Тел- ул халыҡ тарихы» исеме аҫтында 1-11 класстарҙа класс сәғәттәре үтте.
Сегодня в нашем лицее в рамках празднования Международного дня родного языка на уроках государственного башкирского языка была проведена викторина «Я познаю родной язык». Обучающиеся с большим желанием приняли участие в данном мероприятии.
Так же в 1-11 классах прошли единые классные часы на тему «Язык-это история народа».
0








