Башҡорт телен һаҡлау, яҡлау һәм үҫтереүмаҡсатында 13-14 декабрь, Башҡорт теле көнөнә арнап, беҙҙең лицейҙа “Йәшә, ғәзиз телем- Башҡорт теле!” исемле асыҡ дәрестәр булып үтте.
Уҡыусылар башҡорт теле серҙәрен белеп кенә ҡалманы, ә башҡорт халыҡ фольклоры, кинематографияһы менән дә танышты. М. Аҡмулла тормошона ҡағышлы бик эстәлекле мәғлүмәт алдылар.
Башланғыс класс уҡыусылары башҡорт халыҡ әкиәттәрен ҡарап төрлө һүрәттәр төшөрҙө. Урта һәм өлкән кластар башҡорт телендә шиғырҙар уҡыны, “Шағир көндәлеге”, “Бабич” фильмдарын ҡарап, дискуссия ойошторҙо.
Бөйөк телебеҙҙе юғалтырға ярамай, уны һәр яҡлап өйрәнергә, байытып, ҡәҙерләп йәшәргә һәм киләсәк быуындарға еткерергә тырышайыҡ.






