160-сы лицейҙа — башҡорт теленән диктант!
23 апрель көнө 160-сы лицейҙа “Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант” үткәрелде. Был акцияла лицейҙан 82уҡыусы, 9 уҡытыусы һәм 9 ата-әсәләр әүҙем ҡатнашты.
Диктантты башланғыс кимәлдә яҙған уҡыусылар 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан Ҡаһым-түрә тураһында бик ҡыҙыҡлы мәғлүмәт алдылар.
Был сара уҡыусыларҙа башҡорт теленә һәм Башҡортостан тарихына ҡыҙыҡһыныу артҡандан-арта барыуын тағы бер тапҡыр иҫбатланы. Башҡорт теле уҡытыусылары тарафынан ойошторолған диктант бик матур һәм фәһемле булды.
В 160-м лицее — диктант по башкирскому языку!
23 апреля в стенах МБОУ “Лицей №160” прошла Международная образовательная акция “Международный диктант по башкирскому языку”, в которой приняли участие 82 обучающихся, 9 родителей и 9 педагогов лицея.
Обучающиеся, писавшие диктант на начальном уровне, узнали многое об участнике Отечественной войны 1812 года полковнике Кахым-туре Мурдашеве. Акция показала растущий интерес учащихся к башкирскому языку и истории башкирского народа. Мероприятие в лицее прошло на высоком организационном уровне.